Башҡорт шихандарын ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү ҡарала

 Өфөлә ошо мәсьәлә буйынса фекер алышыу булды. Июлдә Шүлгәнташ мәмерйәһе халыҡ-ара статус алды, бөтә донъя ҡомартҡыһы исемлегенә ҡуйылды. Хәҙер Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштауҙы ошо исемлеккә теркәү буйынса эш бара. Объекттар буйынса мәғлүмәт әҙерләнгән. Баш ҡалаға Мысырҙан халыҡ-ара эксперт Мөхәммәт Әбделхәмид килде. Уның менән осрашыу барышында шихандарға халыҡ-ара статус биреүгә бәйле артабанғы аҙымдар ҡаралды. Тәбиғәт ҡоматҡылары буйынса белгес аҙна дауамында тауҙарҙы тикшерергә ниәтләй. Башҡортостан хөкүмәте премьер министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев әйтеүенсә, республика тәбиғәт ынйыларын киләһе быуындар өсөн һаҡлауға әҙер. “Шихандар республика символы булып тора. ЮНЕСКО-ның быны таныуы беҙҙең өсөн ҙур ҡаҙаныш”, - тине ул. Воскресенск баҡыр иретеү заводын да Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү ҡарала.