"Университет сменаһы" тигән проект ғәмәлгә ашырыла. 37 бала ВУЗ-ара кампусты ҡараны, фәнни лабораторияларҙа булды. Делегацияның Өфөгә сәфәре иртәгә тамамлана. Рәсәйҙә президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға 25 кампус ойошторолорға тейеш. Башҡортостан һынау уҙғарылған төбәктәрҙең береһе. Өфөлә ВУЗ-ара студенттар кампусының тәүге өөлөшө уҙған йылда файҙаланыуға тапшырылды.