Башҡортостанда мутлашыусыларҙан алданыусылар бар

Өфөнән 26 йәшлек ҡатынға шылтыратыусылар үҙҙәрен Үҙәк банк хеҙмәткәре тип танытҡан. Дәүләт хеҙмәттәре порталында шәхси кабинетҡа мутлашыусылар үтеп инеүе тураһында белдергәндәр. 300 мең һум аҡсаһын йәнәһе лә хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә  күндергәндәр. Стәрлетамаҡтан 34 йәшлек ҡатынды ошондай уҡ юл менән 450 мең һумға алдағандар. Октябрьскийҙан 63 йәшлек ҡатындан түләнмәгән пенсияһын түләргә  вәғәҙәләп  СМС кодты әйттергәндәр, уның  750 мең һумы юҡҡа сыҡҡан. Был турала Эске эштәр министрлығынан хәбәр итәләр.