Бөгөн - бөтә донъя гуманитар ярҙам көнө билдәләнә

Халыҡ-ара календарҙә был мөһим көн Берләшкән Миләттәр ойошмаһының генераль ассамблеяһы башланғысы менән 2008 йылда барлыҡҡа килә. Уның маҡсаты йәмғиәткә мохтаждарға ярҙам итеү мөһимлеген, гуманитар миссияла ҡатнашыусылар, эш ваҡытында зыян күреүселәр тураһында Һөйләү, иғтибар йәлеп итеү. Илдең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Берләшкән Миләттәр ойошмаһы менән гуманитар ярҙам күрһәтеүҙә 90-сы йылдарҙан уҡ хеҙмәттәшлек итә. Һуңғы йылдарҙа илебеҙ халҡы Донбасс, Курск, Белгородта йәшәүселәргә ярҙам итеүҙә бергә тупланды. Башҡортостан махсус хәрби операцияла ҡтанашыусылар менән бер рәттән Луганск ере кешеләренә лә даими ярҙам итә.