Өфөлә йәшәүселәр күп ҡатлы йорт баҙын һыу баҫа тип зарлана. Өй подъезында һаҫыҡ еҫ, дым тора, хатта торлаҡтың нигеҙе боҙола башлаған. Өфө һыу каналы яуаплылығындағы участкаларҙа мәсьәлә бер нисә ай хәл ителмәй, ти дәғүә белдереүсе граждандар. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Билдәле маркетплейстың тауар биреү пунктында хеҙмәткәрҙәр бер нисә аҙна резина итектәрҙә эшләй. Һыу ағымын бер нисек тә туҡтатып булмай. Күршеләге кибет бындай шарттарҙа эшләргә теләмәйенсә бөтөнләй күсеп киткән. Октябрь Проспекты 5 адресы буйынса һыу баҫыу мәсьәләһе бер нисә аҙна хәл ителмәй.
Күп ҡатлы йортта йәшәүселәр мәсьәләне хәл итеүҙе һорап төрлө интсанцияларға мөрәжәғәт иткән, әммә уларға чиновниктарға хас яуап хаттары килә-йәнәһе лә мәсьәлә тиҙҙән хәл ителәсәк, барыһы ла контролдә тотола.
Ошондай уҡ проблема Революция урамы 129 адресы буйынса йәшәүселәрҙе борсой. Баҙҙағы һыу күтәрелеп уларҙың йорт нигеҙен йәшел мүк баҫҡан. Подъездарға таралған насар еҫ, дым граждандарҙың баш бәләһенә әйләнгән.
Идара итеүсе компанияға Һыу каналы балансындағы торбаларҙы үҙаллы төҙөкләндерергә рөхсәт ителмәй. Әле участка буйынса заявкға ҡабул ителгән, ремонт эштәре бөгөн-иртәгә башланыр тип көтөлә. Һыу каналы торбаларҙағы ағымды һүндергәс идара итеүсе кампания ремонт эшләргә тейеш.
Комммуналь хужалыҡ өсөн квитанция буйынса ай һайын аҡса түләгән граждандар намыҫлы хеҙмәтләндереүгә өмөт итә. Тиҙҙән йылытыу миҙгеле башланасаҡ, фатир хужалары һыу бағыу мәсьәләһе быға тиклем һуҙылмаһын тип көтә.
Флорида Ким