Ел-ямғырҙы эҫе көндәр алыштырасаҡ. Аҙна аҙағына термометр бағаналарының ике-дүрт градусҡа юғары күтәрелеүе көтөлә. Иртәгә көндөҙ 23 градус йылы булһа, артабанғы көндәрҙә 26 градус күрһәтә. Гидрометүҙәк мәғлүмәттәренә ярашлы, йәкшәмбегә һауа 30 градусҡа тиклем йылынасаҡ.