«Ғәҙел Рәсәй» минималь эш хаҡын һәм пенсияны 50 меңгә еткереү яҡлы


Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа «Ғәҙел Рәсәй-патриоттар-Хәҡиҡәт өсөн» сәйәси партияһының матбуғат конференцияһы үтте. Осрашыуҙа көнүҙәк тема булараҡ эш хаҡы һәм пенсиялар, шул иҫәптән хеҙмәткә түләүҙең минималь хаҡына бәйле мәсьәләләр сығарылды. Депутаттар билдәләүенсә, даими рәүештә индексация уҙғарылыуға ҡарамаҫтан, граждандарҙың сығымдары килемгә ҡарағанда тиҙерәк үҫә, ә эш хаҡы үҫеше инфляцияны ҡыуып етә алмай. Партия вәкилдәре көҙгө сессияға һәм алдағы һайлау кампанияһына әҙерлек барышы тураһында ла һөйләне.


Халыҡҡа лайыҡлы минималь эш хаҡы һәм пенсия яҡлы сығыш яһайбыҙ. Бөгөн уларҙың күләме бик аҙ тигән ҡараштабыҙ, быға тиклем партия күрһәткесте ҡануни яҡтан 30 мең һумғаса күтәреү башланғысы менән сыҡҡайны. Дәүләт етәксеһе лә 2028 йылға ошо һандарға етеү бурысын ҡуйҙы. Хәҙер беҙ эш хаҡының миниаль күләме һәм пенсиялар кәмендә 50 мең һум булырға тейеш тигән ҡарашта.

Владимир Нагорный, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай комитеты рәйесе, «Ғәҙел Рәсәй-патриоттар-хәҡиҡәт өсөн» партияһының төбәк бүлексәһе советы рәйесе