1 сентябрҙән Рәсәйҙә рөхсәт ителмәгән социаль селтәрҙә реклама ҡуйыу тыйыла


Яңы талаптарҙы үтәмәгән осраҡта, физик шәхестәргә 2500 һумға тиклем, ә юридик шәхестәргә ярты миллион һумғаса штраф һалыныуы мөмкин. Санкциялар тағы ла ҡатыраҡ булыуы-аккаунтты бөтөнләй ябыуҙары ла ихтимал. Компаниялар һәм блогерҙар социаль селтәрҙәрҙе продукцияны танытыу маҡсатында файҙалана, шул уҡ ваҡытта ул-килем сығанағы ла. Өфөнән блогер Гөлназ Фәттәхова билдәләүенсә, яңы ҡағиҙәләрҙе, эш шарттарын еңел ҡабул итергә кәрәк. Альтернатив юлдар табылыр тигән ҡарашта. Гөлназ унынсы йыл рәттән әсәлек, тәрбиә һорауҙары һәм ҡатын-ҡыҙҙар тураһында блог алып бара, рекламаға заказадар көн һайын килеүен билдәләй.

Рөхсәт ителмәгән социаль селтәрҙәрҙә рекламанан тыш, берҙәм уйындар уйнатырға, пиар эшләргә лә ярамай. Элекке яҙмаларҙы юҡ итеү талап ителмәй, шулай ҙа уларҙы яңыртҡан осраҡта эҙемтәләр булыуы ихтимал. Ҡулланыусыларға эксперт контент эшләү кәңәш ителә, һатыуҙар тураһында мессенджерҙар аша хәбәр итергә мөмкин.