Махсус хәрби операция геройҙарына бағышланған һәйкәл Аҡьяр ауылында урынлаштырыла. Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, монумент эргәһендә яңы аллея булдырыла, хәрби техника ҡуйыла. Октябрҙә Хәйбулла районы юбилейын билдәләй. Батырҙарға арналған мемориалды байрам саралары барышында асыу ҡарала.