Ул патриотик тәрбиә биреү һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау темаһына арнала. Сарала китапхана белгестәре, мәҙәниәт вәкилдәре, сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Рәсәй Оборона министрлығының мәҙәниәт департаменты вәкиле Ольга Фаллер саҡырылған. Армия мәҙәниәте көндәре 22 августа башлана. Бер нисә көн дауамында концерт, спектакль, күргәҙмә һәм башҡа саралар уҙғарыла.