Өфөлә хәрби темаға спектаклдәр тәҡдим ителәсәк

Улар Армия мәҙәниәте көндәре барышында ҡуйыла.  22 августа Рус драма театрында ҡамауҙа ҡалған Ленинград ҡалаһында йәшәүселәр тарихына арналған пьеса була. 27 августа театр Мостай Кәримдең “Ярлыҡау” повесы буйынса сәхнәләштерелгән “Луна һәм листопад” лирик драмаһын тәҡдим итә. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры 25 августа сығыш яһай. Артистар Гөлсирә Ғиззәтуллина әҫәре буйынса әҙерләнгән “Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” пьесаһын ҡуя. Сәхнә әҫәре Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығына арнала. “Спектаклдең төп геройы бик күп ауырлыҡтарҙы үткән Фәрхинур инәй”, - ти автор Гөлсирә Ғиззәтуллина.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

26 августа Башҡорт драма театры тамашасыларҙы легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары һәм генерал Миңлеғәли Шайморатов иҫтәлегенә бағышланған спектаклгә саҡыра. 25 августа Милли йәштәр театры “Бер ғүмер етмәй икән” драмаһын күрһәтә. Әҫәр махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Башкортостан яугирҙарының батырлығына арнала.