Бөгөн Өфөлә хәрбиҙәрҙең бер төркөмө алғы һыҙыҡҡа оҙатылды

Улар ҡыҫҡа  ялға  ҡайтҡайны.  Вице-премьер Ирек  Сәғитов  белдереүенсә, "Башҡортостан" полкы ҡуйылған бурыстарҙы лайыҡлы үтәй, күп яугирҙар Рәсәй һәм  республиканың дәүләт наградалары  менән бүләкләнгән. - Махсус  хәрби операция  башланғандан алып 14 хәрби Рәсәй Геройы булды. Һәр берегеҙ менән ғорурланабыҙ. Башҡортостан хәрбиҙәргә  һәр яҡлап  ярҙам күрһәтә.  Беҙҙең көс- берҙәмлектә, - тине  вице-премьер.