Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, республикала 32 меңдән ашыу сауҙа объекты бар. Уларҙың 7 меңдән күберәге мобиль нөктәләр. - Республикала 800-ҙән ашыу ауылда кибет юҡ. Мобиль сауҙаны үҫтереү халыҡты иң кәрәкле тауарҙар менән тәьмин итеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә, - тине Андрей Назаров. Башҡортостанда мобиль сауҙаны үҫтереү концепцияһы әҙерләнә. Ул 2028 йылға тиклем иҫәпләнгән.