Ул Тыпый ауылы янында урынлашҡан. Район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин хәбәр итеүенсә, 1975 йылда төҙөлгән ҡоролма хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәй. Хәҙер күпер нығытыласаҡ. Ремонт барышында халыҡ урау юлдан йөрөй.