Республика кардиология үҙәге табиптары 5 мең тикшереү һәм операция үткәргән

Үҙәктең яңы хирургия корпусын асҡандан башлап шундай һөҙөмтәгә ирешелгән. Был хаҡта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә белдергән. Тәүлек әйләнәһе эшләгән стационарҙа 4 мең самаһы кеше дауаланған. Поликлиникала 33 мең пациенҡа консультация бирелгән. Яңы һәм үҙенсәлекле технологиялар буйынса 80-дән ашыу операция яһалған. Радий Хәбиров белдереүенсә, 99 йәшлек ир үҙәктең иң оло, 7 көнлөк сабый иң йәш пациенты булған. Икеһенә лә табиптар ярҙам иткән. Бөгөн уларҙың хәле яҡшы. “Беҙ йөрәк ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм дауалауға етди иғтибар биребеҙ. Хирургия корпусы донъя кимәлендәге технологиялар менән тәьмин ителгән”, - тигән республика етәксеһе.