Яңы хирургия корпусы тәүге айҙарҙа 5 меңдән ашыу операция һәм тикшеренеү үткәрҙе

Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы асылыу менән табиптар 5 мең 300-ән ашыу тикшеренеү һәм операция уҙғарған. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы объектты асыуҙа Рәсәй президенты Владимир Путин ҡатнашҡайны. Эш һөҙөмтәләренә килгәндә, 4 меңдән ашыу кеше тәүлек әйләнәһендә стационарҙа дауалау курсы үткән, 33 меңдән ашыу пациент поликлиникала консультация алған. Шул уҡ ваҡытта заманса технологиялар буйынса 80-дән ашыу операция уҙғарылған. Иң өлкән пациент-99 йәшлек пациентҡа миакард инфарктына бәйле коронар стент ҡуйыу буйынса хирургик ярҙам күрһәтелгән. Иң йәш пациент-тыумыштан йөрәк кәмселеге булған 7 көнлөк сабый була. «Икеһе лә операциянан һуң үҙҙәрен яҡшы тоя, кардиохиругтарыбыҙға рәхмәт!»-тип яҙған төбәк етәксеһе. Башҡортостанда йөрәк ауырыуҙарын дауалау һәм иҫкәртеүгә етди иҫтибар бүленә. Яңы хирургия корпусы ла заманса ҡорамалдар, донъя кимәлендәге технологиялар менән йыһазландырылған. Ә иң мөһиме-унда эшләгән табиптар ҙа үҙ һөнәренең оҫталары, иң ҡатмарлы осраҡтарҙа ла ауырыуҙарҙы аяҡҡа баҫтыралар. Радий Хәбиров яҙмаһында республика халҡына ла мөрәжәғәт итеп, ваҡытында медицина тикшеренеүҙәре үтергә саҡырған, сәләмәтлек булығыҙ теләгән.