Өфөнән 100-гә яҡын яугир махсус хәрби операция биләмәһенә китте

Ике аҙналыҡ ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа. Өфөнән отпускыла булған хәрбиҙәрҙең сираттағы төркөмө-100-гә яҡын яҡташыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды.

Һауа торошона бәйле, оҙатыу тантанаһы «Өфө-Арена» комплексы фойеһында үтте. Хәрбиҙәрҙе оҙатырға баш ҡалаға яҡындары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре килде. Ҡаһарман яҡташтарыбыҙ алдында Республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сығыш яһап, «Башҡортостан» полкының яуҙа күрһәткән батырлыҡтарын билдәләне һәм яугирҙарға артабан да уңыштар теләне. Ялды хәрбиҙәр башлыса ғаиләләре менән туған йортонда уҙғара. Ҡайһы берәүҙәр никах уҡытып та өлгөргән. Алғы һыҙыҡтағы иптәштәренә хәрбиҙәр шәхси посылкалар ҙа алып китте.