Башҡортостанда ритейл көндәре үтә

Сауҙа өлкәһе мәсьәләләрен тикшереү өсөн республикаға 700-ҙән ашыу бизнес һәм ведомство вәкилдәре йыйылды. Форумда ҡатнашыусылар ҡулланыусылар баҙарын үҫтереүҙәге яңы тенденциялар, шулай уҡ ярҙам сараларын тикшерә. Юл буйы сервисын үҫтереү маҡсатында мәҫәлән, киләсәктә урындағы халыҡ етештергән продукция төрҙәрен тәҡдим иткән автокибеттәр асыу күҙаллана. Осрашыу барышында логистика һорауҙары ла айырым иғтибарға алынды. Белгестәр республикала ваҡлау һатыуҙа тауар әйләнешенең йылдан-йыл артыуын билдәләй. Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Башҡортостан алдынғылыҡты биләй.

Форум делегаттары бизнесты алып барыу үҙенсәлектәре, эште муниципаль кимәлдә ҡороу тураһында ентекле фекер алышты. Эксперттар төбәктәге сауҙа торошон тотороҡло тип баһалай. Шуға ла Башҡортостан тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы булараҡ осраҡлы һайланмаған. Форум кесе йома тамамлана.