Гөлназ Мусина: халыҡ һаулығын һаҡлап, күңелдәрҙе йыр менән дауалай

Республиканың иң яҡшы табип-офтальмологы Гөлназ Мусина күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, йырҙар яҙа башлаған. Яңыраҡ ҡына ул «Туғандарым булғанда» тип исемләнгән йырына клип та төшөргән. Ижадтан эшкә илһам алған медицина хеҙмәткәре менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Эштә булһынмы, өйҙәме — Гөлназ Мусинаның күңеле бала саҡтан йыр-моң менән тулы. «Ата-әсәйемдән килгән һәләтем», — ти ул. Өфөнөң 8-се ҡала клиник дауаханаһында табип-офтальмолог булып эшләгән яҡташыбыҙ яңыраҡ ҡына «Туғандарым булғанда» тип исемләнгән йыр ижад итеп, клип төшөргән. Сәнғәткә тәүге аҙымдары ғына.

Гөлназ Мусина Өфөнөң 8-се ҡала клиник дауаханаһының күҙ микрохирургияһы диспансер-амбулатор бүлексәһендә табип-офтальмолог булып 23-сө йыл эшләй. Һөнәрен яратып башҡарыуын билдәләй. Былтыр «Йылдың иң яҡшы табибы» республика конкурсында «Иң яҡшы офтальмолог» булараҡ еңеү яулаған.

Дауахана коллективы Гөлназ Мусинаның һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштарын, сәнғәттәге тәүге уңыштарын ҡыуанып ҡабул иткән.

Табип-офтальмолог Гөлназ Мусина йырҙар яҙыуын артабан да дауам итергә хыяллана, киләсәктә ғаилә, балалар, мөхәббәт темаларына яҙылған шиғырҙары ла йыр булып яңғыраясаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина