Республикала “Беҙҙең балалар” тигән акция иғлан ителде

Уны Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы уҙғара. “Аталары һәләк булған ҡыҙ һәм малайҙарҙы 1 сентябрҙә мәктәпкә оҙатабыҙ. Уларға яңы уҡыу йылына бүләктәр алабыҙ”, - ти ойошма рәйесе урынбаҫары Миләүшә Хәсәнова. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостан вице-премьеры Урал Килсенбаев яугирҙарҙың балаларын мәктәпкә оҙатырға саҡырҙы. “Был бик мөһим мәл. Район хакимиәте башлығы йәки уның урынбаҫары уҡыусыларҙы етәкләп белем усағына алып килһен. Бер ҡыҙ һәм малай ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаһын”, - тине ул. Быйыл республикала 44 мең бала беренсе класҡа бара.