Ҡотҡарыусыларҙың дүрт аяҡлы хеҙмәттәштәре

Улар ҡотҡарыусыларҙың үҙҙәренә ярҙам итә. Һүҙ янғын һүндереү частары, авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәрендә йәшәгән эт һәм бесәйҙәр тураһында. Берәүҙәре биләмәне һаҡлауҙа тоғролоҡ күрһәтһә, икенселәре емереклектәр араһынан кешеләрҙе эҙләп таба. Ҡотҡарыусылар менән бергә хеҙмәт иткән кесе дуҫтарыбыҙ тураһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһы.

Рыжий ҡушаматлы эт янғын һүндереүселәрҙең тоғро дуҫына әйләнгән. Бер нисә йыл элек сибек һәм йәрәхәтләнгән көсөк ҡотҡарыусыларға килеп эйәләшә. Әле дүрт аяҡлы ярҙамсыны алыштырғыһыҙ хеҙмәткәр тип әйтергә лә була. Көнө-төнөнэштә, биләмәгә сит кеше йәки машина ингәнен шунда уҡ белгертә, ял һәм отпуск һорамай.

Яҡшы хеҙмәте өсөн Рыжий тораҡ йорт менән дә тәьмин ителә. Янғын һүндереү биләмәһенең иң матур урынында ҡотҡарыусылар эт өсөн оя төҙөп ҡуя. Өңөнән сәскә түтәле менән сейә ағасы күренә.

35-се янғын һүндереү часында иһә биләмәне сысҡандарҙан азат итергә, ә ҡотҡарыусыларҙың стрестан арындырырға бесәй ярҙам итә. Мурка эшкә яуаплы ҡарай һәм үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫлы үтәй. Хатта съемка ваҡытында ла уны тотоп алыу еңел булманы.

Мурка янғын һүндереү часында 10 йыл хеҙмәт итә. Өлкән булыуына ҡарамаҫтан, күҙҙәренең үткерлеген һәм аяҡтарының тиҙлеген юғалтмаған. Әйткәндәй, ҡотҡарыусыларға йыш ҡына бесәйҙәрҙе янғындан сығарырға тура килә.

Торин-республикалағы иң билдәле эт тиһәң дә хата булмаҫ. Тыуғаны бирле ул Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенә тоғро. Төрлө ваҡиғалар урынында, шул иҫәптән емереклектәр араһында кешеләрҙе табырға ла ярҙам итә. Эткә әле 11 йәш, тимәк, хаҡлы ялға сығырға ваҡыты етеп килә. Әммә уны пенсияға сығарыр алдынан лайыҡлы алмаш тәрбиәләргә кәрәк. Был йәһәттән Торин үҙе лә өлгө булып тора.

Гимли-Ториндың ике туғаны. Бер йыл дауамында ул төрлө күнекмәләргә өйрәнгән. Хеҙмәткә алыныу өсөн уны тағы ярты йыл күнекмәләр көтә. Торинды иһә бер кем дә ташламаясаҡ. Бөтә ҡаҙаныштары өсөн уны лайыҡлы ҡартлыҡ көтә. Эт һәм бесәйҙәр награда һорамай, дәрәжә талап итмәй, әммә иң ҡиммәтлеһе-кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыуҙа ярҙам итә, бәғзеләре ҡотҡарыусыларҙың еңел булмаған хеҙмәтен еңеләйтә.

Әлфинә Килдейәрова