Республика сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы менән күрше төбәктең ҙур ҡулланыусылар коопертивы килешеү төҙөнө. Уға ярашлы, "Башҡортостандан һөт ризыҡтары, колбаса, ярым фабрикаттар, тәм-том, йәшелсә-емеш "Ситно" агрохолдингы сауҙа комплекстарында һатыла. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров белдереүенсә, Силәбе өлкәһе менән тотороҡло хеҙмәттәшлек урынлаштырыу мөмкинлеге бар.