Башҡортостанда Волга буйы округындағы иң ҙур мәктәп төҙөлә

Ул Өфөлә урынлашҡан. Кузнецов Затонындағы объектты йыл аҙағына тиклем файҙалыныуға тапшырыу планлаштырыла. Был турала баш ҡаланың Киров район хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов белдерҙе. - Әле эске биҙәү, биләмәне төҙөкләндереү эштәре бара, - тине ул. Төҙөлөш 2023 йылда башланды. Мәктәп тулыһынса заманса йыһазландырыла. Унда 2 мең 200 бала белем аласаҡ.