Һөнәри байрам запастағы һәм ветеран офицерҙарҙы, көс структуралары хәрбиҙәрен, Рәсәй гвардияһы һәм Именлек хеҙмәте офицерҙарын берләштерә. Өфөлә йәшәүсе летчик Илдар Исхаҡов та байрам көндө хәрби хеҙмәт юлын иҫкә ала. Запастағы офицер 13 йыл дауамында дәүләт өсөн стратегик бурыстарҙы үтәп хаҡлы ялға сыҡҡан. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Илдар Исхаҡовтың тормош юлы хәрби авиация менән бәйле. Запастағы офицер, тәжрибәле летчик Ырымбур хәрби авиация училищеһын тамамлағандан һуң Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иткән. 13 йыл дауамында ул Көньяҡ Корея, Ҡытай эргәһендәге Һары диңгеҙҙә хәүефле стратегик бурыстарҙы үтәй.
Бохара ҡалаһында тыуып үҫкән Илдар Исхаҡов 1979 йылда Өфө ҡыҙы Резеда менән таныша. Ошо ваҡыттан алып летчик тормошо Башҡортостан менән бәйле. Илдар һәм Резеда Исхаҡовтар 40 йылдан ашыу татыу ғүмер итеп ике бала тәрбиәләп үҫтерә. Бөгөн улар һөйөклө ейән-ейәнсәрҙәренә олатай менән өләсәй.
Хәрби летчик офицерҙар көнөндә элекке хеҙмәттәштәренә, дуҫтарына шылтыратып ҡотлауҙар еткерә. Ә инде ҙур байрамдарға йыйылғанда ул ҡотлауҙарҙы йыр аша бүләк итә. Әлбиттә, бөтә йырҙар диңгеҙ флоты, хәрби осош, мөхәббәт һәм Тыуған илгә һөйөү тураһында.
Флорида Ким