«Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы барышында 8 көн эсендә генә 52 тораҡ пункта йәшәүселәр медицина тикшеренеүе үткән. Халыҡҡа күрһәтелгән ярҙам тураһында киләһе яҙма.
«Сәләмәтлек поезы»нда ҡан баҫымын, холестерин кимәлен үлсәтергә лә, маммография, флюорографияны үтергә лә мөмкин. Халыҡҡа күп яҡлы медицина ярҙамы күрһәтелә. Өфөгә, үҙәк район дауаханаһына ла барып йөрөргә кәрәкмәй, аҡ халатлылар десанты төпкөл ауылдарға сығып та, консультациялар, лаборатор тикшеренеүҙәр уҙғара. Маршрут йыл һайын Нуриман районы аша ла үтә, урындағы халыҡ хеҙмәтләндереү сифатын юғары баһалай.
«Сәләмәтлек поезы» һигеҙ көн эсендә Нуриман районы ауылдарында эшләгән, Павловкала — һуңғы туҡталыш. Баш ҡала медицина учреждениелары, үҙәк район дауаханаһы табиптары көн һайын кәмендә 340 кеше ҡабул иткән. Былтыр ғына тикшеренеүҙәр барышында районда йәшәгән дүрт кешелә яман шеш булыуы асыҡланған. Шулай уҡ юғары ҡан баҫымы менән яфаланыусылар күп.
«Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы барышында йыл башынан ғына табиптар тарафынан ун меңдән ашыу сир тәүге тапҡыр асыҡланған, уларҙың өс меңдән ашыуы социаль әһәмиәтле булыуы ихтимал. Яман шеш, шәкәр диабеты һәм туберкулезға шик булған осраҡтар ҙа бар. Барлыҡ граждандар ҙа артабан тикшеренеүҙәр үтеүгә республиканың төрлө медицина учреждениеларына йүнәлтелгән. «Сәләмәтлек поезы» иһә үҙ эшен дауам итә, баш ҡаланан алыҫ урынлашҡан райондар айырыуса иғтибар үҙәгендә.
Гөлназ Хәйбуллина