Төбәктең медицина учреждениелары реабилитация өсөн яңы мөмкинлектәр тәҡдим итә

Милли проект буйынса дауаханаларға заманса тренажерҙар һатып алына, әйтергә кәрәк, улар-республика предприятиеларында етештерелә. Компанияларҙың береһе әле производство ҡеүәттәрен арттырыу буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашыра. Яҡын киләсәктә 2 мең ярым реабилитация аппараты етештереү маҡсаты ҡуйылған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Өфөләге предприятиела интеллектуаль идара итеү системаһы һәм биологик кире бәйләнеш ҡулланылған медицина комплекстары, реабилитация буйынса башҡа техник саралар производстоһы ла яйға һалынған. Дауалау ҡорамалдары һәм тренажерҙар-барлыҡ продукция сертификация үткән, Халыҡ-ара стандарттарға тура килә. Проектлауҙан алып изделиеларҙы дауаханаларға оҙатыуға тиклем-ғилми-производство берләшмәһендә тулы цикл буйынса эш ҡоролған.

2022 йылдың көҙөндә предприятие майҙансығында күсмә сәнәғәт сәғәте лә уҙғарылғайны. Төбәк етәксеһенә производство ҡеүәттәрен киңәйтеү буйынса яңы башланғыстар тәҡдим ителә, проект өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индерелә. Әле компанияла уны тормошҡа ашырыу буйынса эштәр алып барыла, етештерелгән тренажерҙар иҫәбе бермә-бер артасаҡ. Төбәктә реабилитация сараларын етештереүселәргә булдырылған субсидиялар ҙа тармаҡты үҫтереүгә яңы көс бирҙе.

Өс йыл элек кенә Рәсәйҙә етештерелгән реабилитация сараларының өлөшө баҙарҙың яртыһын ғына биләй ине, бөгөн-күрһәткес күпкә юғары. Үҫешкә, тәү сиратта, дәүләт ярҙамы саралары булышлыҡ иткән. Өфөнөң 13-сө ҡала клиник дауаханаһы милли проект буйынса даими рәүештә заманса аппараттар һатып ала. Медицина хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, быға тиклем пациенттар менән барлыҡ манипуляцияларҙы ла тиерлек ҡул менән эшләргә тура килгән.

Реабилитация сараларын пациенттар ҙа юғары баһалай. Инсульт үткәргәндәр, төрлө йәрәхәттәр алыусылар уңышлы файҙалана-сәләмәтлекте нығытыуҙа был ҡулайламалар үҙҙәрен яҡшы күрһәткән.

Республика реабилитация ҡорамалдары етештергән предприятиелары менән көслө. Яңы проекттар Хөкүмәттә үткән инвестиция сәғәттәрендә лә хуплана. Белгестәр билдәләүенсә, был тармаҡтың үҫеш мөмкинлектәре киң. Уның менән бергә пациенттар ҙа һауығыуға яңы аҙымдар яһай.

Гөлназ Хәйбуллина