Алты тиҫтәгә яҡын автоһәүҫкәр Салауат Юлаев майҙанынан Өфөнөң Еүеү паркына тиклем автоуҙышта ҡатнашасаҡ. Улар өсөн Рәсәй флагындағы аҡ, күк, ҡыҙыл төҫтәр -ябай буяу ғына түгел. Унда быуаттар төпкөләнән килгән тарихи ваҡиғалар, илебеҙгә һынылыш килтергән еңеүҙәр һәи киләсәккә булған ышаныс сағылдырылған. Бөгөн беҙҙең дәүләт флагы-бөтә Рәсәй халҡы берҙәмлегенең, ныҡлығының, ғорурлығының ҡеүәтле символы. Махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙ ҙа ошо флаг менән Тыуған илде һаҡлай, Рәсәйҙең бойондороҡһоҙлоғон, беҙҙең хәүефһеҙлекте тәьмин итә.
Рәсәй флагы көнөнә арналған автоколонна хәрәкәте Өфөнөң Ғафури урамынан башлана, артабан ул Ленин урамынан үтеп Еңеү паркына барасаҡ. Автоуҙышта ҡатнашыусы ике йөҙгә яҡын кеще республика Хәрби дан музейында махсус хәрби операция барышында Донбасстан ҡайтарылған экспонаттар менән танышасаҡ. Сара һуңыңда илебеҙҙең ҙур байрағына тотоноп флешмоб уҙасаҡ