Шишмә районында тәүге тапҡыр милли ризыҡтар фестивале үтте

«Тура-хан» визит үҙәге бер көнгә тәм-том, татлы ризыҡтар, милли аштар майҙансығына әйләнде. Гастро-фестиваль сиктәрендә биш район вәкилдәре тауыҡ итен табын ашына әҙерләү оҫталығында көс һынашты. Еңеүсе тип фестиваль хужалары-Шишмә районы ашнаҡсылары билдәләнде. Аш-һыу оҫталары тәҡдим иткән күргәҙмәлә төрлө халыҡтарҙың милли аш-һыуҙарын ауыҙ итеү мөмкинлеге булды. Урындағы кәсепселәрҙең ҡул эштәре күргәҙмәһе, бай йөкмәткеле концерт тамашасыларға байрам кәйефе бүләк итте.

Был фестиваль йәшәргә, үҫешергә тейеш. Гастро-байрамда тәмлекәстәр ауыҙ итеүҙән тыш, ризыҡтар әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Бында хатта балалар тәм-томдар бешерергә өйрәнә. Киләһе йылға фетивалде асыҡ форматта үткәрергә әҙерләнәбеҙ. Теләге булған һәр кем ризыҡтары менән күргәҙмә ойоштороп, мастер-класс күрһәтә аласаҡ.

Ынйы Әхмәҙуллина, Башҡортостан Йәмәғәт Палатаһы комиссияһы рәйесе