Башҡортостанда Рәсәй оборона министрлығының «Армия мәҙәниәте көндәре» федераль проекты старт алды

Илһөйәрлек һәм рух байрамы. Башҡортостанда Рәсәй оборона министрлығының «Армия мәҙәниәте көндәре» федераль проекты старт алды. Республика башлығы Радий Хәбиров башланғысы һәм Хөкүмәт ярҙамында уҙғарылған фестиваль 27 авгусҡа тиклем дауам итә. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк бүлексәһе лә проектты тормошҡа ашырыуға әүҙем ҡушылды. Өфөнөң Колонна залында «Ғаилә ҡунаҡханаһы» клубы түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Мәртәбәле сара барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Махсус хәрби операция ветерандары һәм һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙың ата-әсәләре менән осрашыу Рәсәй, Башҡортостан һәм «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды гимндарын тыңлауҙан башланды. «Ғаилә ҡунаҡханаһы клубы»ның түңәрәк өҫтәлендә алғы һыҙыҡтағылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына күп яҡлы ярҙам күрһәтеү тураһында һүҙ барҙы. Шулай уҡ республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған замандаштарыбыҙ юғары дәүләт һәм йәмәғәт наградалары менән бүләкләнде, алты ветеранға реабилитация һәм спорт менән шөғөлләнеүгә яраҡлаштырылған кейем тапшырылды.

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына илленән ашыу ярҙам сараһы булдырылған. Алғы һыҙыҡҡа даими рәүештә гуманитар ылауҙар ҙа оҙатыла.

«Әрме мәҙәниәте көндәре» проекты хәрби-илһөйәрлек ҡиммәттәрҙе популярлаштырыуға, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫын күрһәтеүгә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы ҡеүәтләүгә йүнәлтелгән. Ҡаһарманлыҡ тураһындағы хәтер мәңгелек. Өфөнөң Еңеү паркында үткән тантаналы сарала геройҙар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды, Мәңгелек утҡа сәскәләр һалынды. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусылар Республиканың Хәрби дан музейында «Рәсәй. Донбасс. Махсус хәрби операция» тип исемләнгән экспозицияны асыу тантанаһында ҡатнашты.

Башҡортостанда «Армия мәҙәниәте көндәрен» рәсми асыу тантанаһы Рәсәйҙә дәүләт флагы көнөнә арналған парадтан башланды. Өфөнөң Совет майҙаны буйлап байраҡлы төркөм, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, кадеттар һәм йәш армеецтар үтте. Ун метр оҙонлоҡтағы дәүләт флагын сығарыу буйынса яуаплы бурыс төбәктең билдәле спортсылары һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренә тапшырылғайны.

Күләмле федераль проекттың Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы, Рәсәйҙә иғлан ителгән Ватанды һаҡлаусылар йылында уҙғарылыуы ла сараның мәртәбәһен күтәрә генә. 2025 йыл Башҡортостанда ла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителгәйне.

Фестивалдең тәүге көнө «Көҙ романтикаһы» 3-сө халыҡ-ара классик музыка фестиваленән башланды. Сәхнәнән барыһына ла таныш һуғыш йылдары йырҙары яңғыраны. Тамашасылар алдында Рәсәйҙең һәм Беларуссияның атҡаҙанған артистары сығыш яһаны.

Рәсәй оборона министрлығы тарафынан уҙғарылған «Армия мәҙәниәте көндәре» проекты быға тиклем илдең өс төбәгендә тормошҡа ашырылғайны. Башҡортостандағы сара Өфөлә генә түгел, республиканың һәр муниципалитетында үтә. Проекттың тәүмаҡсаты - мәҙәниәт аша Армия һәм Рәсәй халыҡтары берҙәмлеген нығытыу.

Гөлназ Хәйбуллина