Республикала «Армия. Мәҙәниәт. Берҙәмлек». Девизы аҫтында төрлө саралар үтә

«Армия. Мәҙәниәт. Берҙәмлек». Ошондай девиз аҫтында 22-нән 27 авгусҡа тиклем Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһы оборона министрлығының «Армия мәҙәниәте көндәре»федераль проекты үтә.

Саралар Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына, илебеҙҙә иғлан ителгән Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Башҡортостанда барған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына арнала. Проект сиктәрендә Ишембай ҡалаһында «Һиңә йырлайым, минең Ватаным! милли мәҙәниәттәр үҙәге ижади коллективтары ҡатнашлығында концерт ойошторолдо. Сарала ҡаланың һәләтле йырсылары башҡарыуында хәрби- патриотик йырҙар яңғыраны. Тамашасылар сығыштарҙы көслө алҡыштарға күмде.

Хәйбулла районында ла илһөйәрлек проектында ҡатнашыусылар тамашасыларға бай программа әҙерләгән. Беренсе көндөң күләмле сараларының береһе -»Батырлыҡ. Ҡаһарманлыҡ. Хөрмәт» автоуҙышы менән иҫтә ҡалды.. Хәйбулла районының хәрби туғанлыҡ, локаль бәрелештәр, махсус хәрби операция ветерандары байраҡтар тотоп Аҡъяр урамдары буйлап үтте. Сарала ҡатнашыусылар геройҙар һәм ватанды һаҡлаусылар ҡаһарманлығына хөрмәт күрһәтте. Еңеү Паркында Бөйөк Ватан һуғышы, локаль һуғыштар геройҙары хөрмәтенә сәскә һалынды,тыныслыҡ һәм азатлыҡ өсөн баштарын һалған яугирҙарҙы иҫкә алдылар.