Өфөлә Силәбе өлкәһенең яҙыусылар берекмәһе ағзалары менән ижади осрашыу уҙғарылды

Башҡортостан Яҙыусылар союзында ут күршеләребеҙ, Силәбе өлкәһенең Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге яҙыусылар берекмәһе ағзалары менән ижади осрашыу уҙғарылды. « Силәбе яҙыусылары осрашыуға саҡыра» пилот проектында шағирҙар, яҙыусылар, композиторҙар ҡатнашты.

Биш кешенән торған делегация үҙҙәре менән китап күргәҙмәһе лә алып килгән. Силәбе өлкәһенең шиғриәт һәм проза өлкәһендә уңышлы эшләп, башҡорт әҙәбиәте үҫешенә тос өлөш индергән авторҙар: Рәшиҙә Рәйес менән Урал Ҡолошовтарға Башҡортостан Яҙыусылар союзының маҡтау грамоталары тапшырылды. Силәбе өлкәһендә йөшәп, башҡорт телендә ижад иткән әҙиптәр мәртәбәле наградаға юбилей даталары һәм башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн лайыҡ булды. Быйыл башланған әҙәби осрашыуҙарҙы артабан да йыл һайын август айында үткәрергә ниәтләйҙәр.