Асҡын районының Ҡубыяҙ ауылында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса яңы мәктәп төҙөлөшө дауам итә. Уҡыу йорто айырым урынлашҡан дүрт иҫке ағас корпус урынына төҙөлә. Бер ҡыйыҡ аҫтында мәктәп менән балалар баҡсаһы урынлашасаҡ. Төҙөлөш барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова танышты.
Эльвира Әхмәтйәнова балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Әле декрет ялында булған ханымдың эшкә сығыуы мәктәпкәсә учреждениеның сафҡа инеүе менән тура килер тигән өмөттә. Ике йәшлек Мәрйәмде лә яңы бина асылыу менән балалар баҡсаһына йөрөтә башларға теләйҙәр.
Малайҙарға иһә әле ауырға тура килә. Быйыл алтынсы класты тамамлаған Нурислам менән өсөнсөгә барасаҡ Ильяс әлегә күрше ауылға йөрөп уҡый. Яңы мәктәп менән балалар баҡсаһы төҙөлөүен күп балалы Әхмәтйәновтар ғаиләһе түҙемһеҙлек менән көтә.
Ҡубыяҙ ауылы халыҡ һаны буйынса, район үҙәге Асҡындан һуң икенсе урында тора. Унда бер мең 400 тирәһе кеше йәшәй. 11 йыллыҡ мәктәптә 100-ҙән ашыу бала белем ала, киләһе уҡыу йылына беренсе класҡа 9 уҡыусы килер тип көтөлә.
2023 йыдың апрелендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ауылға яңы белем усағын төҙөү бурысын ҡуя. Мәктәп менән балалар басаһын берләштергән социаль объект 120 уҡыусыға һәм 60 тәрбиәләнеүсегә иҫәпләнгән.
Башта объектты 2024 йылдың 30 ноябренә тапшырыу планлаштырыла, әммә төҙөлөш ваҡыты оҙайтыла. Социаль объектты сафҡа индереүҙең яңы датаһы билдәләнгән.
4 мең 300 квадрат метрға иҫәпләнгән белем биреү комплексында заман шарттарына яуап биргән ашхана, спорт залы, медицина кабинеттары буласаҡ. Йылытыу, канализация системалары үткәрелә, видеокүҙәтеү, янғын сигнализацияһы эшләйәсәк. Яңы белем биреү учреждениеһына йәш белгестәр ҙә ҡайтыр, тигән өмөттә хакимиәт етәкселәре.
Әлфинә Килдейәрова