Башҡортостанда Армия мәҙәниәте көндәре дауам итә

Өфө Рәсәй Оборона министрлығының федераль проектын тормошҡа ашырыу буйынса төп майҙансыҡтарҙың береһенә әүерелде. 27 авгусҡа тиклем баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн бай программа әҙерләнгән. Атап әйткәндә, 30-ҙан ашыу концерт, күргәҙмә, оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡалар. Фестивалдең икенсе көнө нимә менән хәтерҙә ҡаласаҡ? БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.

Бөйөк экспедициялар тарихын һәм яңы ерҙәрҙе беренсе булып асыусыларҙың исемдәрен сағылдырыусы картиналар. Башҡортостан һәм Рәсәй рәссамдары - тыуған илебеҙҙең ҡабатланмаҫ матурлығын, тәбиғәтен һәм халыҡтарҙың образдарын сағылдырған. Өфөлә Рус география йәмғиәтенең 180 йыллығына һәм Армия мәҙәниәте көндәренә арналған «Рәсәйҙе бергәләп яңынан асабыҙ» күргәҙмәһе үҙ эшен башланы. Унда башлыса Мәскәүҙәге Митрофан Греков исемендәге Хәрби рәссамдар студияһы ағзаларының әҫәрҙәре тәҡдим ителгән.

Армия мәҙәниәте көндәре - ул концерттар ғына түгел, тәү сиратта тарих, хәтер һәм быуындар бәйләнеше. Валериан Альбанов исемендәге Ҡотопсолар музейында бер юлы биш яңы күргәҙмә эшләй башланы. Уларҙың береһе арктика магистраленең 500 йыллыҡ юбилейына арналған «Төньяҡ диңгеҙ юлын үҙләштереү тарихы» экспозицияһы.

Патриотик тәрбиә биреү һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау. Был ике мәсьәләне Башҡортостандың төрлө китапханаларынан йыйылған белгестәр, яҙыусылар тикшерҙе. Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә республиканың Колонналар залында «Дөрөҫлөк һағында» китапхана форумы үтте.

Форумда ҡатнашыусылар мәҙәни мираҫты һаҡлау, йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүҙә әҙәбиәттең роле һәм тарихты үҙгәртеп күрһәтеүгә ҡаршы тороу һорауҙары тикшерелде. Китапхана форумында Рәсәй Оборона министрлығының мәҙәниәт департаменты вәкиле Ольга Фаллер ҡатнашты.

Сығыштарҙың береһе башҡорт әҙәбиәтендә ватансылыҡ темаһына ла ҡағылды. Әйткәндәй, махсус хәрби операция башланыу менән дә республикала бер төркөм хәрби яҙыусылар барлыҡҡа килде.

Өфөнөң Совет майҙаны симфония булып яңғырауын дауам итә. «Көҙ романтикаһы» халыҡ-ара классик музыка фестиваленең икенсе көнө сиктәрендә Башҡортостандың дәүләт оркестры һәм Бөйөк Британия ҡунағы Фредерик Кемпф сығыш яһаны. Улар ватандаш композиторҙарыбыҙ Петр Чайковский менән Дмитрий Шостаковичтың үлемһеҙ әҙәрҙәрен башҡарҙы.

Әлфинә Килдейәрова