Асҡын үҙәк район дауаханаһында табиптар династияһы эшләй

Ғаилә менән һаулыҡ һағында. Асҡын үҙәк район дауаханаһында табиптар династияһы эшләй. Аталы-уллы Нуретдиновтар тураһында киләһе яҙмала.

Аяз Нуретдинов - Асҡын үҙәк район дауаханаһының йәш табибы. Эшкә 1 августА тотонған. Быйыл йәй Башҡорт дәүләт медицина университетының стоматология факультетын уңышлы тамамлаған егет ғаилә традицияһын дауам итеү һәм һөнәре буйынса эшләү өсөн тыуған ауылына ҡайта.

Медицинаан башҡа бер һөнәрҙе лә күҙ алдына килтерә алмайым. Беҙҙең барлыҡ туғандар - атай-әсәйем, апай-ағайҙарым табиптар, шуға күрә оҙаҡ һайланырға тура килмәне. Шәхсән үҙемде стоматология йүнәлеше ҡыҙыҡһындырҙы.

Аяз Нуретдинов, теш табибы

Аяз Нуретдиновтың ғаиләһендә табиптар династияһына атаһы нигеҙ һала. Айрат Рәшит улы хеҙмәт юлын 30 йыл элек Өфөнөң 22-се дауаханаһында башлай. Һуңынан тыуған яғына ҡайтып эшләү тәҡдимен ҡабул итеп, Асҡында төпләнә. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, халыҡтың һаулығын хәстәрләүҙе дауам итә.

Әлеге ваҡытта өлкән улым Ҡазанда хирург булып эшләй, уртансыһы - теш табибы. Әгәр ейәнем дә медицина һөнәрен һайлаһа, ысынлап-та, табиптар династияһына әйләнәсәкбеҙ.

Айрат Нуретдинов, Хеҙмәт ветераны, оториноларинголог, рентген табибы

Яңыраҡ ҡына медицина учреждениеһына Аяз Нуретдинов менән бергә бер төркөм йәш белгестәр ҡайта. Уларҙың һәр береһе «Ауыл табибы» программаһы ҡатнашыусыһы. Шулай уҡ районда эш башлауҙың тағы бер сәбәбе - яңы поликлиника төҙөлөүҙә.

Милли проектҡа ярашлы төҙөлгән яңы медицина учреждениеһы ҡала поликлиникаларынан бер ҙә кәм булмаясаҡ. Киң кабинеттар, иркен коридорҙар. Бина үҙ ҡаҙанлығы, йылылыҡ трассаһы, таҙартыу ҡоролмалары менән йыһазландырыласаҡ. Яңы поликлиникала башлыса тар белгестәр ҡабул итәсәк. Аталы-уллы Аяз менән Айрат Нуретдиновтар ҙа төҙөлөш тамаланыу менән яңы кабинет туйлаясаҡ.

Әлфинә Килдейәрова