Стәрлетамаҡ аграрийҙары республикала тәүгеләрҙән булып 100 мең тонна иген һуғып алды

Һауа шарттары насар бУлыуға ҡарамаҫтан, ауыл эшсәндәре бер генә минутты ла әрәм итмәй, үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ урып килә. Иң уңдырышлыһы арыш баҫыуҙары. Был культура 15 мең гектарҙан ашыу майҙанда йыйып алынған. Гектар ҡеүәте 45 центнер тәшкил итә. Әлеге ваҡытта райондың барлыҡ хужалыҡтары ла иртә культураларҙы урыуға төшкән. 812 гектар ерҙә уңыш урып-һуғып алынған, гектар уңдырышлылығы 37 центнер ярымдан аша. Район буйынса ураҡҡа барлығы 144 комбайн йәлеп ителгән. Бер үк ваҡытта төбәк хужалыҡтары киләһе йыл уңышы өсөн ужым культураларын сәсеүгә төшә.

Ямғыр тынған арала эште ыратырға, үҫтерелгән уңышты ҡыҫҡа ваҡытта йыйып алырға тырышабыҙ. Техника, эшсе көстәр етә. Механизаторҙар эшкә яуаплы ҡарай.