Алғы һыҙыҡтағы ҡаһарманлы юлдан һуң Республика Хөкүмәтендә һәм район-ҡала хакимиәттәрендә эш тәжрибәһе туплана. «Башҡортостан геройҙары» проектында ҡатнашыусылар төбәктең идара командаһынан остаздар ҡарамағында стажировка үтә.
Алексей Савельев махсус хәрби операцияла Харьков йүнәлешендә хеҙмәт иткән. Ватанға хеҙмәт итеү тәжрибәһе ҙур - Чечен, шулай уҡ 2014 йылда Луганск халыҡ республикаһындағы хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан. Әле ветеран ойошмаларға ярҙам күрһәтеү менән шөғөлләнә. «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектында ул Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев остазлығында идара итеү тәжрибәһен арттыра. Халыҡ алдында сығыш яһау булһынмы, кәңәшмәләр, эш сәфәрҙәре уҙғарыумы - парламент етәксеһе һәр яҡлап ярҙам күрһәтә.