Башҡортостандан үҙәкләштереп оҙатылған 159-се гуманитар ылау Донбасҡа барып етте

Уны республиканың исемле батальондары, «Башҡортостан» полкы һәм мобилизацияланған яугирҙар ҡаршы алды. Тыуған яҡтан һалдаттарға юғары үтемле автомобилдәр, төҙөлөш материалдары, аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары оҙатылған. Ылауҙың күпселек өлөшөн был юлы Бөрйән һәм Бүздәк районы халҡы туплаған. Йөк автомобилдәре уны яугирҙар хеҙмәт иткән хәрби частарҙың дислокацияһына тиклем алып барып етте. Луганск халыҡ республикаһынан БЮТ хәбәрсеһе Айнур Кәбиров репортажы.

Ике туған ағалы ҡустылы Бөрйән егеттәре өсөн тыуған яҡтан гуманитар ылау килеүе осрашып алыу форсаты. Төрлө ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт иткән яугирҙар өсөн күрешеү мөмкинлеге йыш эләкмәй. Ә инде осрашыу үҙе бер ғүмер, ти «Егерь» ҡушаматлы яугир. Ни тиһәң дә ул махсус хәрби операцияға тап ҡустылары янында булам тип килгән.

Планда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан барлыҡ ҡустыларҙы туплау ниәте, ти Егерь. Ә улар яуҙа бер йоҙроҡ шикелле- бишәү. Тиҙҙән гуманитар ярҙам алырға уларҙың өлкән ағалары ла килеп етәсәк. Ул арала Бөрйәндәр тыуған яҡтан килгән йөк машинаһын бушата тора. Бөгөн уларға мунса килтергәндәр. Әлбиттә буш көйөнсә түгел, уның эсе лә төрлө кәрәк-яраҡтар менән тулы була.

159 -сы гуманитар ылауҙың шаҡтай ҙур өлөшөн Бүздәк халҡы туплаған. Район хәҙер утыҙға яҡын ярҙам конвойы оҙата. Йөк машиналарында таҡталарҙан алып сәк-сәктәргә тиклем бар.

Ҡоролоҡ булғанлыҡтан Донбаста һыу мәсьәләһе лә киҫкен тора. Шуға күрә Башҡортостан халҡы уны тонналап оҙата. Эсәр һыу менән өҙөклөктәр булғаны юҡ, ти яугирҙар.

Өфө квадрокоптерҙары килеүен дә яугирҙар түҙемһеҙлек менән көтә. Ләкин ФПВ дрондарын хәҙер гуманитар ылауҙан айырым, шәхсән, йәшерен ерҙә генә тапшыралар. Сөнки колонналарға дошман ҡоштарының да һөжүм итеү осраҡтары бар. Шуға күрә һалдаттар ҙа тәғәйен посылкаларҙы тейәй һалып, иҫтәлеккә фотоға төшөп тиҙ генә кире дислокацияларға ашыға.

Айнур Кәбиров