Өфөлә класс етәкселәре республика форумы үтте

Икенсе йыл рәттән ойошторолған сара Башҡортостандың төрлө тарафтарынан 750 уҡытыусыны, колледж төркөмдәре кураторҙарын берләштерҙе. Форумда 10-дан ашыу майҙансыҡ эшләне. Уларҙа балаларға тәрбиә биреү, уҡытыу процесына йәлеп итеү өсөн заманса технологияларҙы ҡулланыу һорауҙары тикшерелде. Шулай уҡ теләгән һәр педагог юридик ярҙам алды.

Тәжрибә уртаҡлашыу сараһында Киров, Ырымбур, Түбәнге Новгород өлкәләре һәм Удмурт республикаһынан белгестәр ҡатнашты. Бынан тыш, уҡыусылары ҡаһарманлыҡ күрһәткән класс етәкселәренә рәхмәт хаттары тапшырылды. Ойоштороусылар фекеренсә, тап уҡытыусы балаларҙың ҡылыҡтарын билдәләүсе ҡиммәттәрҙе тәрбиәләй.