1 сентябрҙә Башҡортостанда ярты миллиондан ашыу уҡыусы мәктәпкә уҡырға бара, уларҙың яҡынса 45 меңе-беренсе класҡа. Белем көнөнә арналған тантаналы саралар төбәктең барлыҡ мәғариф учреждениеларында ла үтә, почетлы ҡунаҡтар саҡырылған. Оператив кәңәшмә барышында республика башлығы Радий Хәбиров яңы уҡыу йылын ойошҡан рәүештә башларға ҡушты. Ултырышта шулай уҡ ҡулланыусылар баҙары үҫеше, «Йәшел Башҡортостан» экологик акцияһына әҙерлек тураһында ла һүҙ барҙы. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Белем көнөнә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров иртәгә Бөрө ҡалаһында үтәсәк республика педагогтарының август кәңәшмәһендә ҡатнаша, сара барышында Яңы уҡыу йылына бурыстар билдәләнә. Ошо уҡ көндө Өфөлә ике йөҙ берәмектән ашыу мәктәп автобусы асҡысы тапшырыла. Мәғариф учреждениелары коллективы, уҡыусылар өсөн көтөп алынған, ҡыуаныслы ваҡиға.
Яңы уҡыу йылына республиканың 711 мәктәбендә «Хәүефһеҙлек һәм Ватанды һаҡлау нигеҙҙәре» һәм «Хеҙмәт» дәрестәре буйынса уҡыу кабинеттары яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Шулай уҡ төбәктә мәғариф учреждениеларын берҙәм дәүләт дәреслектәре менән тәьмин итеү буйынса әүҙем эш алып барыла. Ошо маҡсатта быйыл республика ҡаҙнаһынан 1 млрд 300 млн һум бүленгәйне. Ил буйынса каникулдарҙың берҙәм даталары ла булдырылған.
Оператив кәңәшмәлә «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһының көҙгө этабына әҙерлек барышы ла ҡаралды. Экологик сара 20 сентябрҙән 4 октябргә тиклем үтә, төп ваҡиғалар 27 сентябргә планлаштырылған. Йәшелләндереү эштәре барышында 40-тан ашыу яңы тематик аллея барлыҡҡа киләсәк.
Оператив кәңәшмәлә «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған муниципалитеттар ҙа маҡтап телгә алынды.
Башҡортостан-ваҡлап һатыуҙа сауҙа әйләнеше буйынса Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында алдынғылар иҫәбендә. Күрһәткес былтырғы менән сағыштарғанда 4,7 процентҡа артып, 785 млрд һумға еткән. Күмәртәләп һатыу әйләнеше-790 млрд һум кимәлендә. Йәмәғәт туҡланыуы менән көнкүреш хеҙмәттәре өлкәһе ҡулланыусылар баҙарының төп өлөшөн тәшкил иткән.
Оператив кәңәшмәлә кадрҙар буйынса ҡарарҙар ҙа иғлан ителде. Әйтәйек, махсус хәрби операция ветераны, «Ҡаһарманлыҡ» ордены кавалеры Оскар Ситдиҡов Башҡортостан башлығы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде. Төбәк етәксеһе уның Рәсәй Ҡораллы көстәрендә хеҙмәтен тамамлауын һәм республика идара итеү командаһында эш башлауын билдәләп үтте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Оскар Ситдиҡов Рәсәй президенты башланғысы менән тормошҡа ашырылған «Геройҙар ваҡыты» федераль кадрҙар проектында ҡатнашҡайны, Радий Хәбиров уның остазы булды.
Гөлназ Хәйбуллина