«Уҡы»- халыҡ-ара проекты еңеүсеһе билдәләнде

Дини проект сиктәрендә ойошторолған республика конкурсы белем кимәлен күтәреү, уҡыу мәҙәниәтен үҫтереү, Ислам тураһында ышаныслы белем алыу мөһимлегенә иғтибар итеү маҡсатын ҡуя. Республика күләмендә был конкурс өсөнсө тапҡыр уҙғарылды. Диндарҙар «Башҡортостан» ҡунаҡханаһының «Нарыҫтау» конференциялар залында имтихан форматында белемен күрһәтте.

Беренсе турҙа 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Финалға үткән 30 конкурсант Мөхәмәт пәйғәмбәрҙең тормошон, изге ғәмәлдәрен белеү кимәлен тест-форматында иҫбатланы. Быйылғы конкурс Илдар Ғәләүетдиновтың «Яҡшы холоҡ» китабын өйрәнеү һәм үҙләштереү кимәлен асыҡланы. Тест яуаптарын яҙыу буйынса иң яҡшы һөҙөмтәне Ынйы Сәйетбатталова күрһәтте. Уға Ғөмрә хажын үтәүгә бушлай юллама тапшырылды. Икенсе урынды алған Руслан Шаһиғәлинға 150 мең, өсөнсө урынды яулаусы Айгөл Айыуҡасоваға 70 мең һум күләмендә аҡса тапшырылды. Был матди ярҙамды диндарҙар Хаж ғәмәлен үтәүгә йүнәлтәсәк.