Бөгөн Өфөлә Башҡортостан башлығы төбәктең белем биреү учреждениелары вәкилдәренә мәктәп автобустарын тапшырҙы. Бәләкәй, уртаса һәм ҙур һыйҙырышлы ике йөҙҙән ашыу транспорт сараһы республиканың 54 районына һәм 6 ҡалаһына юлланды. Улар Тахограф һәм Глонасс системалары менән йыһазландырылған. Республикала 2 мең 800 тораҡ пунктта йәшәүсе 52 меңдән ашыу малай-ҡыҙ уҡыу урынына тиклем мәктәп автобусында барып етә. Уҡыусыларҙы ташыуҙы ойоштороуға 1 590 мәктәп автобусы йәлеп ителгән.
Радий Хәбиров республиканың алыҫ төбәктәренән балаларҙы мәктәпкә һәм башҡа белем биреү ойошмаларына оҙатыусы водителдәргә дәүләт наградаларын да тапшырҙы. Әйткәндәй, һуңғы алты йылда Башҡортостан мәктәптәренә 900-гә яҡын яңы автобус тапшырылған.