Республика башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткәрелгән «Инвестиция сәғәтендә» ҡаралған проекттар яҡшы һөҙөмтә күрһәтә. Уларҙың береһе-Благовещен ҡалаһында урынлашҡан глэмпинг. «БлагоЛэнд» ял базаһы тәүҙә Милли проект сиктәрендә дәүләттән ярҙам алһа, былтыр глэмпингты үҫтереү маҡсатында өҫтәмә ер бүленә. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
«Сафари тент» тибындағы номерҙы төҙөү өсөн 3-4 көн самаһы ваҡыт талап ителә. Ул айырым модулдәрҙән йыйылып, эске яғы махсус изоляция туҡымаһы менән йылытыла. Бындай палатка һалҡынға бирешмәй, көҙ аҙағына тиклем халыҡты ҡабул итә ала. Благовещен ҡалаһындағы «БлагоЛенд» глэмпингы 2023 йылда асыла. Был маҡсатта эшҡыуар «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проектына ярашлы дәүләттән 40 миллион һумдан ашыу аҡсала ярҙам алған.
Биләмәлә ресторан, мунса, бассейн эшләй, Ағиҙел яры буйында пляж булдырылған. Глэмпингтың 36 номеры 120-нән ашыу кешене һыйҙыра ала. Бының менән генә сикләнергә теләмәйҙәр. Ҡунаҡтар һаны йылдан-йыл арта, республикала ял итергә теләүселәр күбәйә, ти глемпинг етәкселеге. Былтыр эшҡыуар Радий Хәбиров етәкселегендә үткән Инвестиция сәғәтендә ҡатнашып, ял базаһын киңәйтеү буйынса проектын яҡлай.
Идеянан алып уны тормошҡа ашырыуға тиклем. Благовещен районында эшҡыуарлыҡ сәғәттәре аҙна һайын ойошторола. Унда башлыса дәүләттән финанс ярҙам алыу, ер мәсьәләләре, кадрҙар һайлауға бәйле һорауҙар тикшерелә. Иң күләмле проекттар республика кимәленә сығарылып, Башҡортостан башлығы етәкселегендәге инвестиция сәғәттәрендә ҡарала.
«Инвестиция сәғәт»е власть менән бизнес араһында диалог алып барыуҙың уңайлы ысулы һанала. Уны республика башлығы Радий Хәбиров индергәйне. Бындай эш форматы инвестиция проекттары менән яҡындан танышыу эшҡыуарҙарға тиҙ арала дәүләттән ярҙам алыу мөмкинлеге бирә. Әле республикала 400-гә яҡын өҫтөнлөклө инвестиция проекты билдәләнгән. Был 900 миллиард һум аҡса йәлеп итеүҙе һәм 30 меңгә яҡын яңы эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота.
Әлфинә Килдейәрова