Асҡын районы ойошторолоуға 95 йыл тулды

Юбилей уңайынан районда бер нисә объект төҙөлә. Шуларҙың береһе-Яңы Ҡаҙансы ауылындағы Мәҙәниәт йорто. Быға тиклем ауылдың барлыҡ мәҙәни саралары 60-сы йылдарҙа төҙөлгән бинала үтә. Мәҙәниәт йорто биш йыл элек авария хәлендә тип билдәләнә. Яңы объект «Социаль маҡсатлы программалар фонды» ярҙамында былтыр төҙөлә башлана. Яңы Ҡаҙансы ауылында 500-гә яҡын кеше йәшәй, эргәлә генә «Танып» шифаханаһы һәм эшселәр ҡасабаһы урынлашҡан. Шуға күрә мәҙәниәт йорто үтә лә кәрәкле ине, ти ауыл биләмәһе башлығы. Бинала 96 урынға иҫәпләнгән тамашасылар залы, китапхана һәм тренажерҙар урынлашасаҡ. Объект сентябрҙә сафҡа инә.

Асҡын районы үҙәгендә Бурминка йылғаһының яр буйын төҙөкләндереү дауам итә. Ул «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектына ярашлы үҙгәрештәр кисерә. Былтыр йәйәүлеләр зонаһы булдырыла, эскәмйә, яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштырыла, ағас үҫентеләре һәм сәскәләр ултыртыла. Быйыл ял итеү биләмәһен дауам итеп, объектты төҙөкләндереүҙең икенсе этабы старт алған. Әлеге ваҡытта яр буйын нығытыу буйынса эштәр бара. Шулай уҡ Асҡын районының 95 йыллығына арнап, муниципалитетта юлдар тәртипкә килтерелгән, социаль торлаҡ төҙөлгән, әле поликлиника, Ҡубыяҙ ауылы мәктәбендә эштәр дауам итә.