Республикала Армия мәҙәниәте көндәре дауам итә

Бөгөн фестивалдең 4-се көнө. Үҙәк хәрби округтың йыр һәм бейеү ансамбле Башҡортостан райондарында сығыш яһай. Бөгөн артистар Күмертауҙа концерт тәҡдим итә. Өфөнөң Совет майҙанында Рәсәй Оборона министрлығының ижад коллективтары ҡатнашлығында тамаша була. Бөгөн Рәсәй Геройҙарына бағышланған “Беҙҙең маяҡтар” тигән кисә үтә. Унда “Рубин йондоҙ”, “Ҡыҙыл йондоҙ” коллективтары, Александров исемендәге йыр һәм бейеү ансамбле сығыш яһай. Концертҡа Башҡортостан артистары ла йәлеп ителгән. Тамаша 12 йәштән өлкәндәргә тәғәйенләнә. Армия мәҙәниәте көндәре “Армия. Мәҙәниәт. Берҙәмлек” девизы аҫтында үтә.