Бөгөн Өфөлә Бөтә Рәсәй “Геройҙар дәүере” патриотик йыр конкурсы башлана

Быйыл ул Армия мәҙәниәте көндәренә арнала. Фестивалдә ҡатнашыу өсөн илдең 31 төбәгенән 232 ғариза килгән. Конкурста төрлө йәштәге авторҙар һәм башҡарыусылар сығыш яһай ала. Ярымфиналда Улан-Удэ, Мәскәү, Санкт-Петербург, Һамар, Һарытау кеүек ҡалаларҙан бөтәһе 19 ҡатнашыусы көтөлә. Иртәгә финалда “Автор йыры”, “Композитор”, “Һүҙҙәр авторы" номинациялары буйынса еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнә.