Хәрби Дан Музейына Радий Хәбиров исеменән яугир картинаһы бүләк ителде

Ул «Рәсәй. Донбасс. Махсус хәрби операция» күргәҙмәһенең экспонаты иҫәбенә инә. Экспозиция Республика Хәрби Дан музейында Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә асылды. Авторы - мотоуҡсылар полкы яугиры Артур Хәсәнов. Ул үҙенең эшен төбәк етәксеһенә быйыл май айында тапшырған. Картина ил сиктәрен һаҡлаған Башҡортостан яугирҙарының быуындар күсәгилешлеген сағылдыра.