Радий Хәбиров Бөрө ҡалаһында капиталь ремонт эшләнгән мәғариф учреждениелары менән танышты

Яңы уҡыу йылына-яңыртылған уҡыу йорттары. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бөрө ҡалаһында капиталь ремонт эшләнгән мәғариф учреждениелары менән танышты. Коррекция мәктәп-интернаты, Бөрө лицейы, Бөрө медицина-фармацевтика колледжы иғтибар үҙәгендә булды. Бынан тыш, педагогтарҙы берләштергән «Август кәңәшмәһе» Радий Хәбиров етәкселегендә Бөрө ҡалаһында үтте. Ултырышта бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Яңыртылған Бөрө коррекция мәктәп-интернаты телмәр үҫеше менән ҡатмарлыҡтар кисергән малай-ҡыҙҙарҙы яңы уҡыу йылына ҡаршы алырға әҙер. 400 балаға иҫәпләнгән учреждениела уҡыу программаһын үҙләштереү, физик сәләмәтлекте нығытыу, ял ваҡытын файҙалы һәм күңелле үткәреү өсөн шарттар тыуҙырылған.

Иппотерапия, махсус китапхана, коворкинг һәм ижад майҙансыҡтары, шахмат бүлмәһе йыһазландырылған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бөрө коррекция мәктәп-интернаты эшмәкәрлеге менән танышты.

Коррекция мәктәбендә балаларҙың физик сәләмәтлеген нығытыуға етди иғтибар бүленә. Процедуралар кабинеты, массаж һәм физиотерапия кабинеттары эшләй, стоматолог, психолог кеүек белгестәр ҡабул итә.

Эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бөрө ҡалаһы лицейы эшмәкерлеге менән танышты. Федераль программа буйынса уҡыу йортонда быйыл капиталь ремонт үткәрелгән. 1970 йылда төҙөлгән бинаның иҙән-түшәмдәре, тәҙрәләре яңыртылған, йылытыу һәм канализация системалары алмаштырылған, уҡыу кабинеттары ноутбуктар менән йыһазландырылған.

Бөрө медицина-фармацевтика колледжында уҡыу лабораториялары дауахана шарттарына тиң. Студенттар тренажерҙар ярҙамында уҡыу программаһының практик өлөшөн өйрәнә. Медицина кадрҙарын әҙерләү үҙәгендә студенттар терапевт, акушер-гинеколог, шәфҡәт туташы һөнәрҙәрен үҙләштерә.

Колледжды заманса ҡоролмалар менән йыһазландыу өсөн 60 млн һумлыҡ грант бүленгән. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡарары буйынса 2022 йылда Нефтекама ҡалаһында колледждың филиалы асылған. Эшлекле осрашыу барышында төбәк башлығы студенттар менән аралашты.

Кәңәшмәлә республика етәксеһе педагогтарға фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдереп, яуаплы эштәрендә уңыштар теләне. Илһөйәр граждандарҙы тәрбиәләү, махсус хәрби операцияға гуманитар ярҙам ойоштороу һорауҙарында мәктәптәр ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Төбәктә уҡыу йорттарын төҙөкләндереү, яңы мәктәптәр сафҡа индереү эше артабан да дауам итәсәк, тине Радий Фәрит улы.

Август кәңәшмәһендә уҡтыусылар уҙған йыл һөҙөмтәләрен барлап яңы уҡыу йылына яңы маҡсаттар билдәләне. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.

Радий Хәбиров Бөрөлә Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә сәскә гөлләмәләре һалды. 1968 йылда асылған мемориал урындағы халыҡ өсөн мөһим объект, бында фронттан ҡайтмаған яҡташтар исеме мәңгеләштерелгән.

Флорида Ким