Өфөлә беренсел медицина ярҙамы буйынса Бөтә Рәсәй форумы үтте

Өфө «Беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтеүҙә урта медицина белеме булған белгестәрҙең роле» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй форумын ҡабул итте. Унда илдең егерме төбәгенән 600-ҙән ашыу ҡатнашыусы йыйылды, Ҡаҙағстандан да ҡунаҡтар булды.

Сараны асыу тантанаһында Башҡортостандың төрлө дауалау учреждениеларынан бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары, маҡтаулы исемдәр тапшырылды. Беренсел медицина һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең нигеҙе булыуы, был тармаҡҡа йылдан-йыл иғтибарҙың арта барыуы билдәләнде.

Пленар ултырыш барышында беренсел медицина-санитар ярҙамын үҫтереү буйынса төп бурыстар билдәләнде. Сарала ҡатнашыусылар «Заманса эш алымдары һәм иң яҡшы практикалар», «Һанлы фельдшер-акушерлыҡ пункты», «Тиҙ һәм ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү» темалары буйынса лекциялар тыңланы. Шулай уҡ ФАП шарттарында йөклөлөктө алып барыу, медицина коммуникациялары һәм иҫкәртеү саралары буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды.