«Армия мәҙәниәте көндәре» сиктәрендә Башҡортостандың хәрби журналистары «Звезда» телеканалы алып барыусыһы Ирина Лосик менән осрашты.
Махсус хәрби операция башланыу менән республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларында эшләгән 30-ҙан ашыу хеҙмәткәр Донбасс яҡтарына оҙайлы командировкаларға сыға башланы, объектив һәм дөрөҫ мәғлүмәт еткереүҙә БСТ телеканалы журналистары ла әүҙем ҡатнаша. Әле «Яңылыҡтар» хеҙмәте хәбәрселәре Айнур Кәбиров менән Азат Саҙрыев алғы һыҙыҡтан башҡорт яугирҙарының ҡаһарманлығы тураһында репортаждар әҙерләй. Тележурналист Гүзәл Хәмитова ла махсус хәрби операция биләмәһендә даими эшләй, коллегабыҙҙың был юҫыҡтағы эшмәкәрлеге Рәсәй оборона министрлығының Рәхмәт хаты менән билдәләнде.