Өфөлә белорус техникаһын етештереү-сервис үҙәге асылды

Объектты асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Белоруссияның Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Александр Рогожник ҡатнашты. Күләмле проект 2022 йылдың майында үткән «Инвестиция сәғәте» ултырышында хупланғайны. Республикалар араһында хеҙмәттәшлек буйынса юл картаһы ла төҙөлгән, 8 йүнәлеш буйынса 74 сараны үҙ эсенә ала. Мультибрендлы яңы үҙәк эшмәкәрлеге һәм Белоруссиянан килгән делегеция менән осрашыу һөҙөмтәләре тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина әҙерләгән яҙма.

Ремонт-производство участкаһында белорус машиналары хеҙмәтләндерелә башланы. Өфөләге яңы етештереү-сервис үҙәге асылыуы-күптән көтөп алынған ваҡиға. Административ бинаның майҙаны 3 мең квадрат метр булһа, биләмәлә техниканы урынлаштырыу буйынса ҙур асыҡ майҙансыҡ та бар. Проекттың дөйөм инвестициялар күләме яҡынса 350 миллион һум тәшкил иткән. Трактор, экскаватор, тейәгестәр һәм күп төрлө коммуналь машиналар-Башҡортостанда яҡынса 11 мең берәмек беларус техникаһы эшләүе билдәле. Уларҙы тиҙ һәм сифатлы хеҙмәтләндереүгә ихтыяж юғары.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров почетлы ҡунаҡтар менән бергә яңы производство-сервис үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. Шулай уҡ уларға Белоруссияла етештерелгән коммуналь, йөк һәм пассажирҙарҙы ташыу техникаһы экспозицияһы тәҡдим ителде. Сара сиктәрендә «Амкодор-Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте белорус техникаһын етештереүселәр менән техниканы хеҙмәтләндереү буйынса хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөнө.

Башҡортостан менән йылы һәм уңышлы бәйләнештәр булдырылды, тығыҙ хеҙмәттәшлек өсөн республика етәкселегенә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Яңы производство-сервис үҙәген асыу-ил президенты ҡуйған бурыс ине. Беҙ һәр ҡулланыусыға тиклем барып етергә тейешбеҙ. Ошондай объекттар Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә сафҡа индереләсәк. Проект этаптарға бүлеп башҡарыла.

Александр Рогожник, Беларусь Республикаһының Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе

Республика йортонда төбәк башлығы Радий Хәбиров Белоруссияның премьер-министры урынбаҫары Виктор Каранкевич менән дә осрашып, яҡтар араһында хеҙмәттәшлек тураһында фекер алышты. Сәнәғәт кооперацияһы, ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек производствоһы, ғилми-техник, сауҙа-иҡтисади, гуманитар бәйләнештәр-яҡтар араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу буйынса юл картаһы ла төҙөлгән. «Эшлекле осрашыуҙарҙың даими уҙғарылыуы-берҙәм проекттарҙы тормошҡа ашырғанда килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе ваҡытында, оператив рәүештә хәл итергә булышлыҡ итә,»-тине республика етәксеһе үҙ сығышында.

Башҡортостан-Белоруссия өсөн мөһим төбәк, ҙур әһәмиәткә эйә. Хеҙмәттәшлек төрлө йүнәлештәр буйынса үҫешә. Шул уҡ мәҙәни сараларҙың уҙғарылыуы ла төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығыта. Быйыл июндә Өфөлә Минск көндәре ойошторолғайны, был ваҡиға ике республика вәкиләдрендә лә яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Виктор Каранкевич, Беларусь Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары

Яҡын пландарға килгәндә, быйыл көҙ Башҡортостан делегацияһы «Иннопром. Беларусь» Халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнаша. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, Белоруссия-республика өсөн иң төп тышҡы иҡтисади партнер.

Гөлназ Хәйбуллина